"Герой партаһын" асыу митингы
Февраль 28, 2025
Просмотров: 584
28 февраль беҙҙең Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусыбыҙ, ауылдашыбыҙ, Украинала барған махсус операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған Ғизәтуллин Иршат Фәрләх улына арналған "Герой партаһын" асыу митингыһы үткәрелде.
Тантанаға Иршат Ғизәтуллиндың әсәһе Миңлемәрйәм Степан ҡыҙы, яҡын туғандары, дуҫтары, махсус операцияла ҡатнашыусылар Әлимғолов Фәрхәт Фәрүәз улы, Галин Айгиз Вәхит улдары саҡырылды.
Мәктәп директоры Юсупов Ю. Ғ. Иршат Фәрләх улының биографияһы менән таныштырып үтте. Район Советы депутаты Шәйхетдинова Р. Ҡ., Абҙан ауылы хакимиәте башлығы Зөлҡәрнәев В. Х. сығыштарында Иршат Фәрләх улы тураһында иҫтәлектәр менән бүлештеләр, үҙ теләктәрен еткерҙеләр.
Юнармеецтар әҙәби- музыкаль композиция әҙерләне, IV класс уҡыусыһы Фидель Лоғоманов башҡарыуындағы "Туҡтатығыҙ һуғышты" йыры барыһының да күңеленә үтеп инде.
Иршат Ғизәтуллиндың апаһы Гөлшат Ғизәтуллина уның тормош юлына арналған видеотаҫма ла тулҡынландырҙы.
"Герой партаһы" артына иң беренсе булып ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар Ҡотлозаманова Фаягөл һәм Яҡшымбәтова Индираға бирелде.
Беҙҙең батырыбыҙ хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен!