Неделя башкирского языка!
Декабрь 14, 2024
Просмотров: 8
7-14 декабрҙә беҙҙең мәктәптә Башҡорт теле аҙналығы үткәрелде. Аҙна күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтте. Диктанттар конкурсында иң грамоталы уҡыусылар билдәләнде, викториналар, "Башҡорт теленең диалекттары" темаһына класс сәғәттәре, "Туған телем-башҡорт теле" шиғыр һөйләүселәр конкурсында уҡыусылар теләп ҡатнаштылар, еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. 8-се класта "Яныбай Хамматовтың тормош юлы һәм ижады» на арналған асыҡ класс сәғәте үтте. 1,2-се кластарҙа "Мәҡәлдәрҙә халыҡ аҡылы" темаһына асыҡ класс сәғәттәре үтте.
«Күңелле тәнәфес"тә балалар фольклорынан уйындар ойошторолдо. Китапханала "Йәншишмә", "Аманат" балар баҫмаларына байҡау яһалды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йомаҡтар, әкиәттәр бәйгеһендә көс һынаштылар.
#МОБУСОШсАбзаново
#деньбашкирскогоязыка2024
#башҡорттелекөнө2024
#Ғаиләләбашҡортсауҡыйбыҙ
#Всемьечитаемнабашкирском
#Ғаиләйылы24
#Годсемьи24