Мостай Кәримдең тыуыуына - 105 йыл!
Октябрь 24, 2024
Просмотров: 5
Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә иҫтәлекле ваҡиға- Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара үткәрелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәғолова Фидалиә Фәрит ҡыҙы яҙыусының тормошо тураһында мауыҡтырғыс мәғлүмәт бирҙе. Вилданова Азалия һәм Яҡшымбәтова Индира ижади юлы менән таныштырҙылар. Сара барышында 3-10 класс уҡыусылары төрлө йылдарҙағы яҙылған шиғырҙарын тасуири һөйләп ишеттерҙеләр. Видеотаҫманан шағир тураһында иҫтәлектәр, "Оҙон-оҙон бала саҡ" әҫәренән өҙөк күрһәтелде.
Халҡыбыҙҙың легендар йырсыһы Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" йыры тыңланды. Уҡыусылар бергәләп "Уҡытыусыма" йырын йырлап ишеттерҙе.
Мостай Кәримдең шиғырҙары, әҫәрҙәре беҙҙе илһамландыра һәм уйландыра.