23 майҙа мәктәптә 4-се класс уҡыусыларының сығарылыш кисәһе үтте
Май 23, 2024
Просмотров: 1955
Был башланғыс мәктәп менән хушлашыу байрамы, ул мәктәп тормошоноң
мөһим осорона йомғаҡ яһай. Тантаналы шарттар, сәстәренә аҡ таҫмалар
таҡҡан ҡыҙҙар һәм галстуктар таҡҡан малайҙар, тулҡынланған ата –
әсәләр-йөрәккә үтеп инерлек атмосфера... Байрамда балалар башҡарыуында
йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр яңғыраны.
Мәктәп директоры Йосопов Ю.Г. уҡыусыларҙы ҡотлап алдынғы
уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.Класс етәксеһе Ғизәтуллина
Ф.Ф. һәр бер уҡыусыға характеристика биреп, уҡыусыларҙы ҡотлап
киткәндән һуң, уларға грамоталар,ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә яуап һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Үҙ
сығышында улар мәктәп администрацияһына,класс етәксеһенә рәхмәт
һүҙҙәре, шулай уҡ яратҡан балаларына ҡотлау һүҙҙәре әйтте.
Был көндө балалар башланғыс мәктәп менән хушлашты, алда уларҙы яңы
асыштар һәм еңеүҙәр көтә. Уңыштар һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!