Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 9 май- Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы митингы үткәрелде

Май 8, 2024 Просмотров: 7
Юнармеецтарҙың сығышы байрамға йәм өҫтәне. Һәйкәлгә сәскәләр һалыу хоҡуғы администрация вәкилдәренә, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Таумбаевтар Йәмил Камалетдин улы, Риза Йәмил улы, уҡыу алдынғылары Кинйәғолова Карина, Моратова Фатимаға бирелде.
Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса Хисамова Динара Рөстәм ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәренән һуң афған һуғышы ветераны Кинйәғолов Хәлил Хәлимйән улына "Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға" арналған миҙалын тапшырҙы.
"Халыҡтың батырлығы-үлемһеҙ" хәтер көнөнә арналған видеотаҫма ҡаралды, бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ.