Яңы йыл байрамы
Декабрь 28, 2023
Просмотров: 261
Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Яңы йыл байрамын етди әҙерлек менән ҡаршы алдылар. Иң ҡупшы, матур биҙәлгән шыршы барыһына ла оҡшаны, Район Советы депутаты Фәйзуллин Р.Р. бүләге байрамға шатлыҡ өҫтәне. Һәр класс стена гәзите сығарҙы, класс бүлмәләрен биҙәне, тәҙрәләргә әкиәт донъяһы кеүек һүрәттәр төшөрөү уҡыусыларға -мөғжизәле донъяны хәтерләтте. Ата-әсәлар әүҙемлек күрһәтте, "Ҡар фигуралары"конкурсында бер кем дә ситтә ҡалманы. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә байрамдан күтәренке кәйеф менән, яҡшы һәм матур теләктәр теләп таралышты. Ата-әсәлар комитеты тарафынан матур Яңы йыл күстәнәсе әҙерләнде. РДДМ ағзалары үҙҙәренең әҙерләгән бүләктәре менән байрамға йәм өҫтәне.