Бөгөн бөтә мәктәптәр Белем көнөн билдәләй. Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә һөнөслө ваҡиға булды.

Сентябрь 1, 2023 Просмотров: 23

Район Администрация вәкиле Хисамова Динара Рөстәм ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен еткереп,1 класс уҡыусыларына бүләктәр тапшырҙы. Мәктәп директоры Йосопов Ю.Г. маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Ауыл хакимиәте башлығы Хәсәнов А.М., "Беренселәр хәрәкәте" етәксеһе Абхаликова Динара Марсель ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Беренсе класс уҡыусылары, 6,7 класс уҡыусылары сығыштары байрамға йәм өҫтәне. "Уҡытыусы һәм остаз" йылында хөрмәтле уҡытыусы- ветерандарға арнап "Уҡытыусыма" йырын ата-әсәләр,уҡыусылар башҡарҙылар.