Абҙан урта дөйөм белем мәктәбендә көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәге «Йәйләү» үҙ эшен башланы

Июнь 1, 2023 Просмотров: 6
Абҙан  урта дөйөм белем мәктәбендә көндөҙгө ял һәм  һауыҡтырыу  үҙәге «Йәйләү»  үҙ эшен башланы.

Программа Мәрйәм һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың «Йәйләү» программаһы өлгөһөндә төҙөлдө.

«Программаның маҡсаты – балаларҙа тыуған телебеҙгә, моңобоҙға, милли мәҙәниәткә, традицияға, тарихыбыҙға, шәхестәребеҙгә, ижадыбыҙға уйын, ял аша һөйөү уятыу.

Балаларҙы ҡабул итеп алғандан һуң ,иртәнге линейка булды. Иртәнге физик күнекмәләрҙән һуң  ырыуҙарға булдек.Һәр ырыу исем,йыр,девиз ,ырыу башлыҡтарын һайланы,стенгазеталар сығарҙы.

    1 июнь-“Балаларҙы һаҡлау көнө”.Ошо уңай менән күңелле старттар  ойошторолдо:

-тиҙлеккә йүгереү;

-тоҡ менән йүгереү;

-тиҙлеккә ҡоролган уйындар  һәм башҡа күп уйындар уйнанылар.Һөҙөмтәлә  “Тамъян” ырыуы  еңде.”Пионербол!,”Ҡуян атыш” ,төрлө милли уйындар  ҙа балаларҙың күңеленә хуш килде.

 Ашханалағы апайҙар тәмле аштары менән һөйөндөрҙө.

Төштән һуң һәр ырыу  әңгәмә ҡороп ,көнгә йомғаҡ яһаны.Мәрәйҙәр бүленде.

Көн  фәһемле үтте.


#ЛДП2023
#МОБУСОШсАБЗАНОВО
#Архангельскийрайон


#РДДМРБ#РДДМ#ДвижениеПервых
#МОБУСОШсАБЗАНОВО
#ГодПедагогаНаставника
#НавигаторыДетства02
#РДДМ
#РДДМРБ
#Архангельскийрайон

#Архангельскийрайон
#МобусошсАбзаново
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр
#навигаторымарта
#НавигаторыДетстваРБ