Милли кейем көнө

Апрель 20, 2023 Просмотров: 11
Милли кейем көнө -тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Абҙан ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә байрам күңелле үтте: класс сәғәттәрендә Башҡортостанда йәшәгән милләттәр тураһында әңгәмә ҡоролдо. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы уҡытыусы- ветеран Файзуллина Ләлә Ғиниәт ҡыҙы "Оҫталыҡ дәресе“күрһәтте. Ул милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар артыуы тураһында һөйләне. Ҡашмау, түшелдеректәр яһау серҙәре менән бүлеште. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

#учусьвнациональномкостюме2023 #милликейемдәуҡыйбыҙ2023 #деньнациональногокостюма2023.
#Архангельскийрайон
#МОБУСОШсАбзаново